тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

WhatsApp Image 2019 12 07 at 12.07.22

5 декабрь көнө республикала киң билдәле «Урал» хәйриә фонды етәксеһе – исеме илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, республикабыҙҙың Беренсе президенты
М.Ғ. Рәхимов менән осрашыу бәхете тейҙе. Мортаза Ғөбәйҙулла улының гимназия-интернатҡа күрһәткән ярҙамын баһалап бөткөһөҙ. 2005 йылда сафҡа индерелгән яңы уҡыу корпусы, реконструкцияланған өс ятаҡ, 2014 йылда төҙөлгән өр-яңы «Шоңҡар» спорт комплексы - былар барыһы ла тәүге президентыбыҙ ярҙамы менән эшләнгән әйберҙәр.

Осрашыу бик йылы үтте. Уҡыу йортоноң 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы гимназия-интернат етәкселеге, педагогик коллектив, уҡыусылар исеменән директор вазифаһын башҡарыусы Илнур Рифат улы Сәлихов, профсоюз комитеты рәйесе Әминә Әнүәр ҡыҙы Баймөхәмәтова, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова Мортаза Ғөбәйҙулла улына күп йылдар күрһәткән эскерһеҙ ярҙамы өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе, ағастан юнып эшләнгән “Урал батыр” композицияһын бүләк итте. Эйе, хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙҙы тап Урал батыр образы менән сағыштырыу бик урынлы WhatsApp Image 2019 12 07 at 12.07.22 1булыр: ҡатмарлы осорҙа ҡурҡмайынса етәксе дилбегәһен үҙ ҡулына алып, Йәншишмәнең тере һыуын башҡорт еренә һибеп, республикабыҙға йән өргән шәхес бит ул. Мортаза Ғөбәйҙулла иһә йәш быуын, туған телебеҙ, гимназия-интернаттың бөгөнгөһө, киләсәге менән ҡыҙыҡһынды, файҙалы кәңәштәрен еткерҙе. Ҙур коллективҡа ялҡынлы сәләмен ебәрҙе, Тыуған илебеҙгә һәм халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итергә саҡырҙы.

Г.С. Ҡылысова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы