тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

БРГИ 75 011

Гимназия-интернатҡа – 75 йыл!

Түҙемһеҙлек менән көтөп алған юбилей тантанаһы шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Гимназия-интернат тарихында иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторолдо был мөһим сара. Күркәм юбилей «Торатау» Конгресс-холында үтте. Ошо уңайҙан белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар, ветеран уҡытыусылар, абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Байрам кәйефе менән уртаҡлашырға БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе, сығарылыш уҡыусыбыҙ Илшат Тажетдинов, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһәр Рәхмәтуллина һәм Рәмзил Ишһарин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Эльвира Айытҡолова килде. Сара «ғариповсылар»ҙың ҡыҙыл келәмдән байрам майҙанына үтеүҙән башланды. Фойела улар класташтары, белем-тәрбиә биргән уҡытыусылары, тәрбиәселәре менән осрашты, иҫтәлеккә фотоға төштө. Күргәҙмә залына инеп, интернаттың тарихына, һуңғы йылдарҙағы уңыштарына күҙ һалып, үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлеште.  Осрашыу уйындар, йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.

Артабан сара төп концерт залында дауам итте. Шулай уҡ уны башҡа залдарҙа ла тура бәйләнештә ҡарау ойошторолдо. Байрам тантанаһына барлығы  450-ләп уҡыусы һәм  уҡытыусы йәлеп ителде. Ике сәғәтлек тамаша бер тынала үтеп китте. Сағыу һәм юғары кимәлдәге сығыштар көслө алҡыштарға күмелде, берсә көлөп, берсә илап, ҡунаҡтар күңел асты, үткәнде байҡаны, арабыҙҙан киткән уҡытыусыларын, класташтарын иҫкә алды, гимназияның бөгөнгөһөн күреп ҡыуанды. Сарала шулай уҡ уҡытыусылар һәм ветерандар тәбрикләнде. Байрамдан интернат етәкселеге, уҡыусылар ғына түгел, төрлө йылдарҙа белем усағын тамамлаған һәр кем гимназияның бай тарихын, йылдар дауамында нығынған традицияларҙы һаҡларға тигән маҡсат менән таралышты.

Гимназия етәкселеге, педагогик коллектив юбилей сараһын ойоштороуға күп көс һалған режиссер Альмира Ҡыуатова, сценарий авторҙары Дилара Зарипова һәм Гөлнара Вәхитова, сығарылыш уҡыусыларының «Беренсе» ассоциацияһы етәксеһе Борис Ғөзәйеров, фольклор төркөмөнөң етәксеһе Айназ Низаметдинов, Рәйес Низаметдинов, алып барыусы, билдәле диктор Флүрә Мурзина, йәштәр театры артисы Рәмзил Сәлмәнов, Алина Ғәлиева, ҡурай түңәрәге етәксеһе Вәсил Баймырҙин, «Аҡйондоҙ»  ансамбле етәксеһе Әнүәр Шафиҡов, драма театры артисы Артур Кәбиров, заманса бейеү ҡуйыусы Азалия Яхинаға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Гимназиябыҙ артабан да яңынан-яңы уңыштар юлдаш булып, бейек үрҙәрҙе яулап, республикабыҙҙың өлгөлө, ялҡынлы белем усағы булып, дөрләп-гөрләп эшләһен һәм йәшәһен.

Г.С. Ҡылысова, башҡорт теле уҡытыусыһы

1NI 44961NI 45161NI 45221NI 45441NI 45541NI 45871NI 4611БРГИ 75 0171NI 46201NI 46391NI 46511NI 46631NI 46971NI 47111NI 47121NI 47331NI 47431NI 476624N 669524N 671324N 680024N 681124N 681524N 684824N 707524N 709624N 7168