тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

    Cfvfhf 611-16 ноябрҙә Һамар өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтте. Сара арҙаҡлы шәхестәребеҙ Рәшит Ниғмәти, Ғөбәй һәм Һәҙиә Дәүләтшиндар, Фатима Мостафинаның таҡтаташтарына сәскә һалыуҙан башланды. Билдәле ҡурайсыбыҙ Юлай Ғәйнетдинов Ғөбәй Дәүләтшиндың  яратҡан йыры "Зәлифәкәй"ҙе уйнап ишеттерҙе.

       Оло Чернигов районының Украинка ауылы мәктәбендә халыҡ менән осрашыу булды.
Башҡортостандан килгән делегацияны Һамар өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ башҡорт йыр-моңдары, бейеүҙәр менән ҡаршыланы, күргәҙмәләре менән таныштырҙы.

    «Һаумыһығыҙ, яҡташтар!» осрашыуында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан һәм Һамар өлкәһе дәүләт власы органдары вәкилдәре, педагогтар, журналистар ҡатнашты.

      Украинка ауылы Һамар өлкәһе Оло Чернигов ауылынының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәге һанала.

   Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән республика Хакимиәтенең милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге белгесе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, Һамар өлкәһе губернаторы исеменән хакимиәттең эске сәйәсәт департаменты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Роман Кирсанов сәләмләне.

    Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала гимназияһы һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Һамар педагогтарына оҫталыҡ дәрестәре бирҙе, ата-әсәләргә республика инновация мәктәптәре менән таныштырҙы.

      Сара Ырғыҙ ауылында "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң сағыу тамашаһы менән тамамланды.

Cfvfhf 7Cfvfhf 4Cfvfhf 1Cfvfhf 5