тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      IMG 359614 ноябрь көнө гимназияға ҡунаҡҡа табип-кардиолог, БР кардио үҙәгендә бүлек мөдире, 2003 йылғы сығарылыш уҡыусыһы – Байназарова Әлфиә Шәвҡәт ҡыҙы, Республика тире-венерология диспансерында дерматолог, 2007 йылғы сығарылыш уҡыусыһы – Төхвәтуллина Ғәлиә Нурғәле ҡыҙы, Дема дауаханаһында акушер-гинеколог, БДМУ-ла ассистент һәм шунда уҡ аспирантурала уҡыусы, 2011 йылғы сығарылыш уҡыусыһы - Батталова Гөлназ Хәниф ҡыҙы килделәр. Улар гимназияның төплө белем биреүен, үҙ аллы тормошҡа өйрәтеүен ҡыуанып иҫтәренә төшөрҙөләр. Ҡунаҡтар уҡыусылырға маҡсат ҡуйып, һөнәр һайлауға яуаплы ҡарарға өндәнеләр. Төхвәтуллина Ғәлиә апайҙың кешелеклелек тураһында «Яңы һулыш» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмын оҡшатып ҡаранылар.

 Килгән ҡунаҡтарға һорауҙар күп булды. Иң ҡыҙыҡлы һорауҙар биреүсе ике уҡыусыға Әлфиә Шәвҡәт ҡыҙы бүләктәр тапшырҙы – халат алыуға сертификат һәм китаптар.

 Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙға эштәрегеҙҙә уңыштар, ҡатын-ҡыҙ бәхете, шатлыҡлы көндәр теләйбеҙ!

IMG 3545IMG 3592IMG 3544