тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      WhatsApp Image 2019 11 09 at 11.58.05Беҙ республикабыҙҙың балалар-үҫмерҙәр журналы "Аманат"ты уҡырға яратабыҙ.

      Күңелдәребеҙгә илһам, маҡсаттарыбыҙға ынтылыш, хыялдарыбыҙға пар ҡанат ҡуйған белем усағыбыҙ – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына – 75 йыл. Ошо оло юбилейға бағышлап, беҙҙең гимназия китапханаһында, "75 йыллыҡҡа - 75 журнал" тигән бик матур акция үтә. Беҙ республикабыҙҙың балалар-үҫмерҙәр журналы "Аманат"ты уҡырға яратабыҙ. Бигерәк тә журнал килгән көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Журнал беҙҙең уҡыусыларыбыҙға ныҡ оҡшай.  7-се һәм  8-се синыф  уҡыусылары бигерәк тә әүҙемлек күрһәтәләр. Беҙҙең гимназия уҡыусылары бик татыуҙар, тырышып уҡыйҙар. Дәрестәрҙән һуң төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр. Ҡыҙҙар йыр, бейеүгә әүәҫ булһа, егеттәр йырларға һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Спорт менән дә бик дуҫтар улар. Гимназия һәм республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. Журнал һөйөүсе 7-се "Г" синыфы гимназистары менән китапхана укыу залында күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоһүрәткә төштөк.

Китапханасы: Гөлфиә Муфазал ҡыҙы Фахрисламова.