тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

vIk0xcSpijo8 ноябрь көнө Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернатында көҙ миҙгелендә иң көтөп алынған сараларҙың береһе - "Гимназия моңо - 2019" бәйгеһе үтте. Конкурстың финалын балалар көтөп алды. Гала-концертта барыһы 20 конкурсант ҡатнашты.

Иң - иңдәрен һайлап алыу бурысы “Таңсулпан’’ драма түңәрәгенең етәксеһе - Нәбиева Римма Фәиз ҡыҙы, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Баймырҙин Вәсил Ришат улы, тәрбиәселәр Айсыуҡова Раузалия Раян ҡыҙы һәм Ғәбитова Дилара Самат ҡыҙы, гимназияның сығарылыш уҡыусылары Аитҡолов Алмаз һәм Ирназаров Винер баһаланы.

Конкурсанттар үҙҙәренең дәртле, моңло сығыштары менән ҡыуандарҙы. Һәм, ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл дә килеп етте.

Бәйге булғас, еңеүселәр билдәләнде. Гран-приға 10д класы уҡыусыһы Әхметшин Айбулат лайыҡ булды. 1-се урын- Кинйәбулатова Уралия 9б класы уҡыусыһы һәм Зиангирова Эльвира 10д класс, 2-се урынға Зарипова Юлиә 11б класы уҡыусыһы, Ушиярова Динара 8б класс, Торомтаева Нәфисә, 3-сө урынға Йәғәфәрова Нурзилә 10д класы уҡыусыһы, Сәитбаталова Сәфинур 9в класс уҡыусыһы, 10а класы егеттәре «Дуҫтар» йыры өсөн бүләкләнде. «Өмөт» номинацияһына Абдуллина Гөлсөм, Шагаргазина Арина, 7г класс ҡыҙҙары лайыҡ булды, «Моңло тауыш» номинацияһында Ҡараматуллина Азалия, Сафина Розалия һәм Шаймарданов Илшат, «Дәрт»- Зинатуллина Аида, «Ғәййәр» номинацияһы 11а класс уҡыусыһы Мукминов Ғәлим, «Нәзәҡәтлелек»-10а ҡыҙҙары, «Автор йыры»- Искәндәрова Айсара 11б класс уҡыусыһы.

Бар ҡатнашыусыларға ла иҫтәлеккә дипломдар тапшырылды. Был сара барыһына ла оҡшаны. Еңеүселәрҙе тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

oTCWxwiOXssuGPhzolDBQo9BdZq0Q78dI