тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

 IMG 0362 27 ноябрь көнө гимназиябыҙҙың тамаша залында билдәле Роберт Юлдашевтың "Ҡурайсы" төркөмө менән "Гүзәл-данс" бейеү студияһының концерты үтте.

Тиҫтә йыл эсендә ижади коллектив донъяның егерменән ашыу илендә сығыш яһаған. Күп тапҡыр төрлө конкурс-фестивалдәр еңеүсеһе булараҡ билдәләнгән.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, халыҡ-ара һәм республика бәйгеләре лауреаты Роберт Юлдашев тормош, уның матурлығы, рухи ҡиммәттәр тураһындағы уй-фекерҙәре менән бүлеште. Ул уҡыусыларға ҡурайҙың сихри көсө, әһәмиәте тураһында һөйләне.

Бар донъяны онотоп, берсә һағышланып, берсә дәртләнеп, ҡурай моңона сорналды ултырыусылар. Сөнки халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө сағыла был моңдарҙа. Концерт бөтәһенең күңеленә хуш килде, уҡыусылар үҙҙәренә рухи аҙыҡ алды.

            Ижад ҡанаттарығыҙ талмаһын! Йөрөгән юлдарығыҙ имен, тормошоғоҙ ҡыуаныстарға, бәхеткә бай булһын! Уңыштар һеҙгә!!!

IMG 0358 1