тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

 

     IMG 03741-3 ноябрҙә гимназиябыҙҙың «Шоңҡар» спорткомплексында Башҡортостан республикаһына 100 йыл тулыу, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернатының 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса XIII асыҡтурниры үтте.

   Ярыштың маҡсаты - уҡыусылар араһында милли көрәште үҫтереү, сәләмәт тормошто пропагандалау, иң көслө баһадирҙарҙы билдәләү.


    Ҡатнашыусыларҙы гимназия директоры Илнур Рифат улы Сәлихов, иштимағи-сәйәси үҫеш идаралағы начальнигы урынбаҫары, милли сәйәсәтте бойомға ашырыу бүлеге мөдире Ришат Хажғали улы Сәбитов, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр Сәйәсәте һәм спорт министрлығында спорт һәм резерв әҙерләү бүлеге начальнигы Марсель Йәлил улы Йосопов, Милли көрәш һәм билбау менән көрәш федерацияһы директоры Юнир Искәндәр улы Ильясов тәбрикләне. Гимназияның «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле солисы Ишемғолова Регина, ҡурай моңо менән республика кимәлендәге төрлө конкурстары лауреаты Фәдис Асҡаров сығыш яһап, көрәшселәргә дәрт, еңеүгә ҡеүәт өҫтәне.


      Командалар араһында  милии көрәш түңәрәген алып барыусы Йәлил Динмөхәмәт улы Йосопов етәкселегендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты еңеүгә өлгәште, икенсегә - Стәрлебаш районы командаһы, өсөнсө урынға Мәләүез районы командаһы  сыҡты һәм үҙ ауырлыҡ категорияһында 

1 урын- Зарипов Азамат

2 урын-  Вәлиев Рим

2 урын- Ибраһимов Искәндәр

2 урын- Яғафаров Ғаян

3 урын – Мәксүтов Айгиз лайыҡ булды.


Егеттәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 

IMG 0352IMG 0355IMG 0356IMG 0358IMG 0359IMG 0360 1IMG 0364 1IMG 0367IMG 0378