тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

     IMG 20191023 WA0021Театр — сәнғәттең бер төрө. Тәрбиә эшендә театрҙың роле бик ҙур.    Ул кешелектең мәңгелек рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәре хаҡында һөйләй, гүзәллекте аңлай һәм уға һоҡлана белеү тойғоһо, телмәр матурлығы тәрбиәләй. Гимназиябыҙҙың 11-се Б класы уҡыусылары менән бергәләшеп (тәрбиәсеһе Ишморатова Фәймә Ғибат ҡыҙы) ойошторған сараға,    Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылған  «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектакленә барып ҡайттыҡ.                 

     Ҡуйыусы режиссер: Рөстәм Хәкимов. Спектакль музыкаль легенда жанрында ҡуйылған. Актерҙар йырҙар, пластика ярҙамында хистәрен күрһәтергә тырыша. Был спектакль Зәйнәб Биишеваның шул уҡ исемдәге әҫәре буйынса музыкаль риүәйәт. Диңгеҙ буйындағы балыҡсылар ауылында йәшәгән  Юламан ҡарт Диңгеҙбикәне ярата, әммә уның мөхәббәте яуапһыҙ. Берҙән-бер ейәнсәре Зөлхизә – ҡарттың иң ҙур йыуанысы. Бер мәл ауылға мосафир килеп керә һәм бар донъяны аҫтын өҫкә килтерә. Был риүәйәттә кешеләргә хас оло тойғолар – мөхәббәт, тоғролоҡ, хыянат, өмөтһөҙлөк  һәм нәфрәт тураһында һүҙ бара. Спектаклде ҡарағанда, уның йөкмәткеһен, төп мәғәнәһен аңлар өсөн, геройҙарҙың кисерештәрен үҙ итеп, улар менән бер бөтөн булып “йәшәү”кәрәк. Ике сәғәт дауамында барған риүәйәтте беҙҙең уҡыусыларыбыҙ тәҫьирләнеп ҡаранылар, спектакль тамамланғас йылы алҡыштары менән артистарҙы сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй торҙолар.

                Китапханасы:  Фахрисламова Гөлфиә Муфазал ҡыҙы.