тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

1572708716

❗❗❗Иғтибар❗❗❗ Иғтибар ❗❗❗
  Күңелдәребеҙгә илһам, маҡсаттарыбыҙға ынтылыш, хыялдарыбыҙға пар ҡанат ҡуйған белем усағыбыҙ –
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына – 75 йыл.
 Хөрмәтле уҡытыусы-ветерандарыбыҙ, мәктәп-интернатты төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусыларыбыҙ! Барығыҙҙы ла оло юбилей менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм 22 ноябрҙә  “Торатау” конгресс-холында үтәсәк тантаналы байрам концертына саҡырабыҙ.
   Ҡунаҡтарҙы теркәү 14.00 сәғәттә башлана. Һеҙҙе күргәҙмә залы, йылы осрашыу, ихлас аралашыу, интервью, иҫтәлеккә фотоға төшөү көтә.
16:00 байрам концерты башлана!
    Шулай уҡ байрам концерты конгресс-холдың өс залында туранан-тура күрһәтеләсәк.
     Үҙегеҙ менән байрам кәйефе алып килеүегеҙ һорала. Рәхим итегеҙ!

Гимназия-интернат администрацияһы һәм
сығарылыш уҡыусыларының «Беренсе» ойошмаһы

Он-лайн регистрация по ссылке: 

https://drive.google.com/open?id=1aboJwDiQdSN634kVYakwBNIsnO2eX_uZ12RDMwSscW8