тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

     кореш  18-20 октябрҙә Салауат районы Арҡауыл ауылының "Йүрүҙән" спорт комплексында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министерствоһы СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, профессор, РСФСР-ҙың көрәш буйынса беренсе чемпионы, Көньяҡ Урал көрәш һәм дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы Йосопов Харис Монасип улы иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса республика беренселеге үткәрҙе. Ике көн буйына барған бәйгелә 200 көрәшсе ҡатнашты.

       Гимназияла милли көрәш түңәрәген алып барыусы өлкән тренеры Жәлил Динмөхәмәт улы Йосопов етәкселегендә беҙҙең егеттәр команда ярышы буйынса l урынды алдылар һәм үҙ ауырлыҡ категорияһында

 

 

1 урын- Зарипов Азамат 🥇
1 урын- Сәғитов Урал🥇
3 урын- Ибраһимов Искәндәр🥉
3 урын - Йәғәфәров Ғаян 🥉лайыҡ булды.
    Афарин!

  Егеттәргә артабан да юғары уңыштарға ирешеүҙәрен, батыр, сәмле, ғәмле рухлы булыуҙарын теләйбеҙ. Һеҙ – гимназиябыҙ ғорурлығы!