тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Пермь 3 14-19 октябргә тиклем Пермь крайында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте. Сара барышында хореография, ҡурай,вокал, мәғариф буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, башҡорт фильмдары күрһәтелде. Был тарихи ваҡиғала гимназиябыҙҙың педагогтары "Аҡйондоҙ" халыҡ бейеүҙәре етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Хәким улы Шафиҡов һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, БР - ҙың мәғариф алдынғыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова ҡатнашты.
Юғары кимәлдә үткәрелгән уларҙың оҫталыҡ дәрестәре барыһына оҡшаны. Башҡортостан делегацияһы ғәйнә башҡорттарына тирмә, милли кейемдәр, милли уйын ҡоралдары бүләк итте, туған башҡорт теле дәрестәрен уҡытыу буйынса һөйләшеү алып барҙы, билдәле мәғдәнсе башҡорт Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асыуға сертифат тапшырҙы.Телде, мәҙәниәтте һаҡлауҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән бындай сараларҙың роле ҙур.



Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова

 

Пермь 1Пермь 2