тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      уУл - Ленин һәм СССР Дәүләт премиялары лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың Константин Станиславский исемендәге дәүләт, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премиялары лауреаты.

     Тыуған илен, халҡын бөтә йөрәге менән яратҡан оло шәхес. Төрлө милләт вәкилдәре менән иңгә-иң терәшеп хеҙмәт итеп, кәрәкле, дөрөҫ кәңәштәр биреп, хаттар, көндәлектәр яҙыусы, тарихыбыҙға һөйөү уятыусы - Мостай Кәрим...  Башҡортом ғына түгел, башҡа халыҡтар ҙа уны хөрмәт итә...

 Ошондай уйҙарға сумып, гимназиябыҙҙың китапханаһында Мостай Кәримдең хаттарын, көндәлектәрен уҡып, 100 йыллык күркәм юбилейенә бағышлап күргәҙмә әҙерләнем.     "Яҙыусының барлыҡ хазинаһы - халҡыныҡы ", - тип бушҡа әйтмәйҙәр, Мостай Кәримдең кинәйәле һүҙҙәре, яҙмалары тормош юлынан дөрөҫ атларға, ләкин бар нәмәгә еңел ҡарашта булмаҫҡа өндәй.  Эйе, Мостай ағай, тос һүҙҙәрегеҙ ни кимәлдә ҡәҙерле икәнен һеҙ был донъянан киткәс кенә аңланыҡ, буғай...  Аҡылығыҙ, мәғәнәле һүҙҙәрегеҙ, мәргән сағыштырыуҙарығыҙ  һағындыра ла башланы.

       Мостай Кәрим һүҙенең ни тиклем танһык, ни тиклем кәрәкле икәнен беҙ барыбыҙҙа бик яҡшы аңлайбыҙ.  Эйе, беҙ уҙебеҙҙең республикабыҙ ғорурлығы булған оло шәхес Мостай Кәримдән үрнәк алырға, уның кеүек тыуған төйәгебеҙҙе яратырға тейешбеҙ...

                                                                                             Китапханасы:  Гөлфиә Фәхрисламова.

2019 10 17 18.14.002019 10 17 18.14.41