тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

       с днем республики111 октябрҙа гимназия-интернатта республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған тантаналы линейка уҙҙы. Сара рус һәм башҡорт телдәрендә гимн йырлауҙан башланды. Уны Айгөл Фәрүәз ҡыҙы етәкселегендә «Гәлсәр» хор коллективы башҡарҙы. Артабан һүҙ билдәле директор  йәмәғәт эшмәкәре, Р. Ғарипов, З.Бейешева исемендәге премиялар лауреаты, Рәми Ғариповтың класташы, мәктәп-интернаттың 1950 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы Бейешеваға бирелде. Ул 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Башҡортостан республикаһы тарихында мөһим урын биләүе, унда белем алған  билдәле шәхестәре тураһында һөйләне, коллективҡа, йәш быуынға үҙенең фәһемле кәңәштәрен еткерҙе. Уҡыусылар тарафынан М. Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғыры тулыһынса яңғыраны. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле «Урал» көйөн уйнап ишеттерҙе. Сара «Башҡортостан» йыры менән тамамланды. Тантаналы линейканы тарих уҡытыусыһы Әминә Әнүәр ҡыҙы Баймөхәмәтова әҙерләне.