тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      WhatsApp Image 2019 10 12 at 07.38.5011 октябрҙа Өфөлә Республика көнөнә арналған саралар иртүк башланып китте. 100 йыллыҡҡа арналған тантаналар ҡаланың төрлө майҙандарында, парктарында, сәхнәләрендә ойошторолдо. Ил башлығы Радий Фәрит улы ошо уңайҙан «Торатау» конгресс-холына Рәсәй һәм республика кимәлендә олимпиадаларҙа еңгән, спортта яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, төрлө кимәлдәге конференцияларҙа еңеү яулаған балаларҙы йыйҙы. Бындай форматтың беренсе тапҡыр үткәрелеүен билдәләп үтергә кәрәк.

Ҙур сара Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмынан башланып китте. Һөйләшеү барышында уҡыусылар үҙҙәре борсоған һорауҙарын бирҙе, Радий Фәрит улы һәр береһенә ентекле, төплө яуап ҡайтарҙы. Ул киләсәктә баш ҡалала полилингваль, it мәктәптәр асылыуы, төрлө яңы проекттарҙың башланыуы хаҡында әйтеп үтте. «Башҡортостанда булған проблемаларҙы үҙгәртер өсөн, уны төптән уйлап эш итергә кәрәк», - тине абруйлы етәксе. Радий ағай йәшәйештә мөһим булған кәңәштәр менән дә бүлеште: был балаларға артабан үҫергә, үрҙәр яуларға ярҙам итер тип ышанабыҙ! Осрашыуға килгән уҡыусылар иҫтәлекле бүләктәр алып, республика башлығы менән фотоға төшөп, ҙур ышаныс тойғоһо, күтәренке кәйеф менән таралышты. Икенсе йылға яңы еңеүселәр менән ошо уҡ урында осрашыу буласаҡ! Алға, тиҫтерҙәрем!Алға, республикам!

Вәлиева Айгүзәл,

Рәми Ғарипов исемендәге

1-се РГИ-ның 10-сы класс уҡыусыһы