тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      WhatsApp Image 2019 10 11 at 17.16.319 октябрь көнө Торатауҙа ( Конгресс-холл) Мостай Кәримдең 100-йыллығына арналған " Мостай уҡыуҙары"  конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе төрлө номинацияла билдәләнеләр. Иң-иңдәр диплом һәм бүләктәр менән наградланды. Беҙҙең гимназия ла һынатманы, "Мостай ағай тураһында хәтирәләр" тигән йүнәлештә еңеү яуланы.  Барыһы 720 эш ебәрелгән булған. Был һандар кешеләрҙең әүҙем булыуын һәм яҙыусыға ҡарата ихтирамлы икәнлеген күрһәтә. Тап ошондай эштәр аша халыҡ ижадҡа  булған мөхәббәтен сағылдыра.