тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

на сайт1 9 октябрь көнө гимназиябыҙҙа Башҡорт 2.0 клубы проекты үҙ эшен башланы.

Башҡорт 2.0 проектының төп идеяһы- сығарылыш уҡыусыларының тәжрибәләре менән уртаҡлашыу, уларҙың уңыш серҙәре һәм кәңәштәрен еткереү.

Осрашыуҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт Республика гимназия интернатының директор вазифаһын башҡарыусы Илнур Рифат улы Сәлихов асты. Беренсе булып беҙҙең менән онлайн-бәйләнешкә Бангладештан гимназияның сығарылыш уҡыусыһы, Башҡорт 2.0 проекты һәм китабының авторы, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Элвира Моталова сыҡты, ә “Флетшеринг”, “Швейцар онлайн” проектарына нигеҙ һалыусы, гимназияның экс- президенты Тамъян Ғәбитов һәм “Ювелир Маркет”, “Мастер зрения” оптика селтәрҙәре етәксеһе Динар Шәһиев балалар менән файҙалы әңгәмә ҡорҙо.

Был осрашыу бик фәһемле һәм киләсәккә маҡсат ҡуйып йәшәүгә, үҫешеүгә ҙур ынтылыш булды! Уҡыусылар береһенән – береһе уҙҙырып үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап һәм файҙалы кәңәштәр алды.

на сайтна сайт 3