тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

       WhatsApp Image 2019 10 01 at 09.15.39 Көҙ - һыуыҡ елдәр иҫеүе менән ағастарҙың япраҡтарын тирә-яҡ буйлап сәйәхәт иттереүсе, йәмғиәткәһәр бер көн ҡәҙерле һәм ҡабатланмаҫ икәнен белдереүсе миҙгел.

    1 октябрь көнө Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған ҙур сара үтте. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ҡотлау һүҙе менән директорыбыҙ Илнур Рифат улы Сәлихов һәм профсоюз ойошмаһы рәйесе Рәйлә Адрахман ҡыҙы Юнысова сығыш яһаны. Байрам программаһына гимназия хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар сығышы йәм өҫтәне, шулай уҡ Фирүзә Париж үҙ репертуарынан иң сағыу номерҙарын күрһәтте. Сираттағы байрам ветерандарыбыҙ өсөн күңел байрамына әйләнде. Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды.

     Хөрмәтле ветерандарыбыҙ! Һеҙҙе тағы бер ихлас күңелдән Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!

      Байрамды ойоштороусы гимназия-интернатыбыҙҙың сығарылыш уҡыусыларына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

1 октября 1


1 октября 21 октября 3