тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

спектакль 2019 1«Таңсулпан» драма түңәрәге сығышын балалар ҙа, ололар ҙа һәр саҡ көтөп ала. 27 сентябрь көнө гимназиябыҙҙың тамаша залы туп-тулы булды. Быйылғы уҡыу йылын улар Наил  Ғәйетбаевтың “Моңдар ҡайтһын ауылға” комедияһының премьераһы менән асып ебәрҙе. Уҡыусылар үҙҙәренең сығышы менән тамашасыларҙы әсир итте. Залда әҫәрҙең авторы, шағир, яҙыусы, драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре  Наил Ғәйетбаев булды. Ул балаларҙың талантын, түңәрәктең ижадын юғары баһаланы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Рима Фәез ҡыҙы Нәбиеваға ихлас күңелдән рәхмәттәрен еткерҙе. Гимназия директоры  Илнур Рифат улы Сәлихов театр коллективына киләсәктә ижади уңыштар теләне. Спектакль бөткәс тә, залдан тамашасылар сығырға ашыҡманы, аяғүрә баҫып алҡышланы.

    Театр – ул күңел тәрбиәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Киләсәктә лә фәһемле спектаклдәре менән беҙҙе шатландырып торорҙар!

спектакль 2019 2спектакль 2019 3спектакль 2019 4IMG 0351