тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      посвящение 120 сентябрь көнө гимназияла традицияға әйләнгән "Гимназисҡа бағышлау" сараһы үтте.

      Жюри ағзалары вазифаһында тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Яппарова Зәлиә Тәлғәт ҡыҙы, тәрбиәселәрҙең методик берекмәһе рәйесе Абилова Ләйлә Салауат ҡыҙы, Таңсулпан театр студияһы етәксеһе Нәбиева Рима Фәйез ҡыҙы, гимназиябыҙҙың психологы Канафина Линара Булат ҡыҙы һәм гимназия президенты Рыҫмөхөмәтов Ғәзинур ултырҙы.
     Быйыл "Гимназисҡа бағышлау" сараһы ике өлөштән торҙо. Ярыштың беренсе өлөшө булып, уҡыусылар өсөн квест үткәрелде. Улар квестта гимназия тарихы, тормошо менән танышты. Байрамдың икенсе өлөшө булып уҡыусылар инглиз, ғәрәп, испан, ҡытай, рус һәм француз телдәре Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының рәсми телдәре буйынса сығыш яһанылар. Белеүебеҙсә, беҙҙең гимназия ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәр исемлегендә һәм беҙҙә Аҡмулла дуҫтар клубы эшләп килә.
    Был кисәлә яңы килгән уҡыусылар бик әүҙем ҡатнаштылар. Гимназистар үҙҙәренең талантын бейеүҙәр, йырҙар, шиғырҙар аша күрһәтте. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар һәм ҡунаҡҡа килгән ата-әсәләр яңы килгән гимназистарҙы алҡыштар менән дәррәү ҡаршы алды.
       Сығыштарҙан һуң, барыһы лә ант биреп, гимназияның гимнына әйләнгән «Интернатым-пар ҡанатым» йырын башҡарҙылар.
      Шулай итеп, I урын 8д класына бирелде, II урынды 7б һәм 7в класстары бүлеште, III урынды 7в, 8е һәм 7а класстарына бирелде.
   Яңы уҡыусылар гимназист исемен лайыҡлы йөрөтөр, башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен дауам итер, төрлө йүнәлештә белем алыр, кешеләргә изгелек, яҡшылыҡ ҡылып, ғәҙеллек яғында булыр, тигән теләктә ҡалабыҙ!

посвящение 2посвящение 3посвящение 4посвящение 5посвящение 6посвящение 7посвящение 8посвящение 9посвящение 10посвящение 11