тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

 MG 211218 сентябрҙә беҙҙең гимназиябыҙҙа РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, еңел атлетика буйынса Республика Федерацияһы ағзаһы, тау саңғыһы спорты буйынса халыҡ-ара категориялы судья, хеҙмәт ветераны Рәүеф Ғәзиз улы Кәримовтың яҡты иҫтәлегенә арналған гимназия-интернатының беренселегенә еңел атлетика кросы үткәрелде.
         Кроста уҡыусыларҙан башҡа уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр әүҙем ҡатнашты. Балалар уларҙы финишта дәррәү алҡышлап ҡаршы алды.
Көндөң дә яҡшы тороуы бик шатландырҙы, балалар шатланышып йүгерҙеләр һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштеләр.
      Алмаз Хәтмүллин гимназиябыҙҙың 2008 йылғы сығарылыш уҡыусыһы кроста ҡатнашҡан һәр бер хеҙмәткәрҙәрҙе һәм еңеүсе уҡыусыларҙы миҙалдар һәм кубоктар менән тәьмин итте!
      Һәм шулай уҡ "Педкнига" фирмаһы етәксеһе Хоҙайғолов Тимербулат традицион рәүештә призерҙарға тәмле приз бүләк итте!
Гимназистар исеменән уларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ һәм эштәрендә тик уңыштар теләйбеҙ!

Һөҙөмтәләргә килгәндә, улар түбәндәгесә:
Ҡыҙҙар араһында:
🥇1-се урында - Хәбибуллина Гөлдар
🥈 2-се урында - Әбдрәхимова Аделина
🥉3-сө урында - Ғәлимова Алина

🥇 1-се урында - Бикбулатов Камил
🥈2-се урында - Хәбиев Рим
🥉3-сө урында - Хәсәнов Илмир

Кластар араһында һөҙөмтәләр:

7 кластар:
1 урын – 7б
2 урын – 7в
3 урын – 7г

8 кластар:
1 урын – 8б
2 урын – 8е
3 урын – 8д

9 кластар:
1 место – 9б
2 место – 9а
3 место – 9д

10 кластар:
1 место – 10а
2 место – 10д
3 место – 10б


11 кластар:
1 место – 11а
2 место – 11д
3 место – 11в

 MG 2280 MG 2299WhatsApp Image 2019 09 18 at 19.35.11WhatsApp Image 2019 09 18 at 19.35.08