тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

       IMG 20190913 WA0006Бөгөн гимназиябыҙҙа бик йылы осрашыу үтте: республикабыҙҙа бөтә ғүмерен балалар матбуғатына арнаған киң билдәле журналист, шағирә, Рәми Ғарипов премияһы лауреаты Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина һәм гимназия-интернаттың сығарылыш уҡыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, балалар яҙыусыһы, Рәми Ғарипов премияһы лауреаты Фәрҙәнә Ғөбәйҙуллина ҡунаҡта булды. Осрашыуҙың маҡсаты: Зөһрә Ҡотлогилдинаның республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап сығарылған «Хан һүҙенән юғарыраҡ әҙип һүҙе» китабын презентациялау ине. Йыйынтыҡҡа республикабыҙҙың билдәле шәхестәре, күренекле зыялылары менән әңгәмәләр һәм мәҡәләләр тупланған. Илебеҙ, еребеҙ, телебеҙгә битараф булмаған әҙиптәребеҙҙең һәр саҡ халҡыбыҙға әйтер һүҙе булған. Уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла, ғөмүмән, киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән был китапта милләтебеҙҙе борсоған байтаҡ һорауҙарға, сетерекле мәсьәләләргә һорауҙар табып була.

            Шағирәләр шулай уҡ һуңғы ваҡытта балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.