тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

         IMG 0368Мәктәп йылдарының яҡты байрамы 1 сентябрь – Белем байрамы. Һәр мәктәптә үҙенсә матур үтә ул. Бер-береһен ҡабатламай ҙа, һәр береһе яңы тәьҫораттар, кисерештәр уята. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында ла быйылғы 1 сентябрь байрамы бик матур үтте. Көндөң һыуытып тороуы ла байрамдың йәмен ебәрә алманы. 
    Ысын күңелдән уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайбыҙ! Барлыҡ уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә именлек һәм балаларының бәхетле киләсәгенә ышаныс, ә уҡытыусыларға илһамлы эш һәм ижади уңыштар теләйбеҙ ! 
    Яңы уҡыу йылы һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы белемдәр менән байытһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын! 

IMG 0328IMG 0331IMG 0335IMG 0340 1IMG 0344IMG 0350IMG 0357IMG 0360IMG 0362 1IMG 0363IMG 0364IMG 0366