тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

 

     августовка2019 йылдың 15 авгусында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ базаһында «Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү» темаһына стратегик сессия үтте. Уның эшендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, уның урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова, Президиум ағзалары Сәлиә Мырҙабаева, Сынтимер Баязитов, БДУ-ның башҡорт филологияһы деканы Гөлфирә Абдуллина, республиканың туған телдәр буйынса методистары һәм белгестәре, милли мәктәптәр директорҙары, ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашты. Төп ҡунаҡтар Силәбе, Ырымбур, Ҡорған, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан 100-ҙән ашыу милләттәшебеҙ булды. Ҙур сара гимназия-интернат менән танышыуҙан башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте музей-кабинеттары, З.Хисмәтуллина исемендәге крайҙы өйрәнеү музейы ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу уятты. Артабан тамаша залында эшлекле осрашыу дауам итте. Башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү, үҫтереү һәм ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мәсьәләләре, күрше өлкәләрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә булышлыҡ итеү, әсбаптар менән ярҙам итеү кеүек мөһим һорауҙар ҡаралды. Ғөмүмән, сара бик мөһим һәм эшлекле булыуы менән айырылып торҙо.

сессия2сессия3сессия4сессия6сессия8