тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

    выпуск 9 классы 1 28 июнь көнө Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының тамаша залында 9-сы класты тамамлаусы уҡыусыларға урта дөйөм белем алыу аттестаты тапшырыу тантанаһы үтте. Директор Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова тантана менән тәбрикләп аттестат тапшырҙы.

     Быйыл гимназияның 9-сы класын  130 уҡыусы уңышлы тамамланы, шуларҙан 17 уҡыусы «Айырым өлгөләге» аттестатҡа лайыҡ булды.
     Шулай уҡ гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
    Белем баҫҡысының тәүге һынауын уңышлы үткән йәш гимназистар артабан үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса белем алырҙар һәм тормош юлында осраған имтихандарҙы тик ыңғай баһаға тапшырырҙар тип ышанабыҙ!

выпуск 9 классы 2выпуск 9 классы 3выпуск 9 классы 4выпуск 9 классы 5выпуск 9 классы 6выпуск 9 классы 7выпуск 9 классы 8выпуск 9 классы 14выпуск 9 классы 9выпуск 9 классы 10выпуск 9 классы 11выпуск 9 классывыпуск 9 классы 13