тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

     

шары

     21 июнь көнө Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусылары ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Тантаналы сара Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры бинаһында үтте.

Быйыл гимназияны барлығы 130 уҡыусы тамамланы. Шуларҙан 18 уҡыусы отличие билдәһе менән аттестаттар һәм «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙал алды.

Директор Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы һәм ҡунаҡтарыбыҙ уҡыусыларыбыҙҙы тәбрикләп үтте.Тантаналы кисәбеҙгә хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ ҙа килде. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары Кирәев Михаил Юрьевич, Өфө дәүләт авиация университеты профессоры, "Беренсе" ассоциацияһы ағзаһы Миһранов Марс Шәрифулла улы, "Компания Базис" йәмғиәте директоры Азат Ринат улы Әхмәтов та килде.

Михаил Юрьевич  уҡыу алдынғыларына миҙалдар һәм отличие билдәһе менән аттестаттарҙы тапшырһа, Азат Ринат улы химия буйынса 100 бал йыйған Нурмиева Нурияны һәм «Иң яҡшы спортсмен» номинацияһында еңеүсе Шәйәхмәтова Айзидәне ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләне.

Шулай уҡ гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сараның биҙәүе булып «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, сығарылыш уҡыусыларыбыҙ Фәдис Асҡаров, Азамат Зэйнетдинов, Гөлиә Солтанова, Илнар Ғәниев, Ғәзиз Әхмәтов әҙерләгән концерт булды.

Гимназияны тамамлаған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең һайлаған һөнәрҙәре буйынса юғары белем алып, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булыуға өлгәшерҙәр, тип ышанабыҙ!

    

выпускной 1выпускной 2выпускной 5выпускной 4 выпускной 6выпускной 7выпускной 8выпускной 10выпускной 11выпускной 9WhatsApp Image 2019 06 22 at 16.50.17