тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

2078163Рәми Ғарипов исемендәге 1-ce Башҡорт республика гимназия-интернаты 2019 йылдың 10 июнендә 09.00 сәғәт 6-сы һәм 7-се класты тамамлаған уҡыусыларға 2019–2020 уҡыу йылына күсмә ҡабул итеү имтихандары үткәрә.

Күсмә ҡабул итеү имтихандары түбәндәге төбәктәрҙә уҙғарыла:

-         Белорет ҡалаһында Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы;

-         Учалы ҡалаһында “Ижад һарайы” өҫтәмә белем биреү учреждениеһы;

-         Күгәрсен районында Мораҡ башҡорт гимназияһы;

-       Йылайыр районында Йылайыр ауылы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы;

-         Бөрйән районында Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе;

-       Әбйәлил районында Асҡар ауылында Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Имтиханда ҡатнашырға теләүсе уҡыусыларҙан үҙҙәре менән 1-се кластан башлап бөтә уҡыу йылдарына өлгәш табеле күсермәһе йәки мәктәптә уҡыуҙы иҫбатлаған справка, тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхәһе һәм күсермәһе), бер шаҡмаҡлы, ике буй дәфтәр, ручка алып килеү һорала.

Уҡыусыларҙың башҡорт теле, математика, рус теле фәндәре буйынса белем кимәле тикшереләсәк. Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар киләһе уҡыу йылына гимназия-интернаттың 7-се, 8-се кластарына уҡырға саҡырыласаҡ.