тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

     

25 мая 47

Сығарылыш уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Был моң ҙур тормошҡа, оло донъяға атлаған көндәрҙең ғәжәп матур ҙа, тынғыһыҙ ҙа һәм ауыр ҙа булыуын иҫкәртеп тора кеүек. Майҙанға бөгөнгө байрамдың хужалары-гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусылары теҙелгән. Һәр кемдең күңелендә шатлыҡ һәм бер аҙ һағыш. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы, ата-әсәләрҙе, гимназистарҙы һәм педагогик коллективты ҡотлап Башҡортостан республикаһының премьер-министры урынбаҫары, БР-ҙың торлаҡ хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Михаил Юрьевич Киреев, БР-ның Мәғариф министрлығы бүлек етәксеһе Жанна Вил ҡыҙы Миникеева, БР-ның Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Илһам Зөфәр улы Фәтҡуллин, БР “Республика капиталь төҙөлөш идаралығы” Ҡаҙна предприятиеһы директоры Ғәфүр Рәфҡәт улы Ҡолмырҙин, ӨДАТУ-ның профессоры, техник фәндәре докторы, “Беренсе” ассоциацияһы ағзаһы Марс Шәрифулла улы Миһранов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ гимназия-интернат директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова үҙенең ҡотлау телмәрендә ата-әсәләргә, уҡыусыларға уңыштар, һаулыҡ теләне. Артабан уҡыуҙа, спортта, төрлө олимпиадаларҙа айырым уңыштарға өлгәшкән гимназистарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Бына улар-Кәримов Айҙар (11б), Абдуллина Зарема (11в), Юмағужин Азамат (11д), Ибраһимов Искәндәр (10а), Хөснийәрова Алтынай (10д), Зарипов Азамат (9в) һәм “Гәлсәр” хор ансамбле. Шулай уҡ 2018-2019 уҡыу йылында үткәрелгән бөтә Рәсәй региональ олимпиадаларында еңеүсе, призер булған уҡыусылар тәбрикләнде. Улар-башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы еңеүсеһе 9в класы уҡыусыһы Ишемғужина Гөлназ (етәксеһе Г.С.Ҡылысова), шул уҡ олимпиадала призер 9г класы уҡыусыһы Ләйсән Фәттәхова (етәксеһе А.Х. Кайбышева), химия фәне буйынса олимпиаданың Бөтә Рәсәй региональ этабы призеры 11д класы уҡыусыһы Юмағужин Азамат (етәксеһе Г.М. Рамазанова), биология фәне буйынса олимпиаданың Бөтә Рәсәй региональ этабы призерҙары Нурмиева Нурия (11в, етәксеһе Д.К. Фазылғаянова), Ишеғолова Регина (10в, етәксеһе Л.Р. Шарипова), Төрөпҡолова Яҙгөл (10в, етәксеһе Хөсәйенова С.А.), шулай уҡ Бөтә Рәсәй “Большие вызовы” фәнни-техник проекттар конкурсында “Новые материалы” йүнәлеше буйынса еңеүсе дипломына лайыҡ булған 10д класы уҡыусыһы Жиганова Альмира тәбрикләнде. Матур сараны “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында “Гөлнәзирә” бейеүе дауам итте (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ә.Х. Шафиҡов). Сығарылыш уҡыусылары-Солтанова Гөлиә, Ғәликәйева Айгөл, Хәшимов Ғайса, Аҡьюлова Шәүрә, Дәүләтсурин Алмас, Шмелькова Наилә, Мәхийәнов Салауат коллективтың иң яҡты йондоҙҙары булды.

          Әлбиттә, ҡошсоҡтарҙы һуңғы юлға оҙатҡанда фатиха һүҙен тәрбиәсе һәм класс етәксеһе әйтә. Әлиә Шәрифулла ҡыҙы, Сәкинә Хөрмәт ҡыҙы, Алһыу Азат ҡыҙы тормош ауырлыҡтары алдында бирешмәҫкә саҡырҙы. Уҡыу йортона исем биргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алып, уның барельефына сәскәләр һалыу хоҡуғы Атауллин Салауатҡа, Иҫәндәүләтова Рүзиләгә, Буранбаева Миләүшәгә, Баймырҙин Шафиҡҡа бирелде. Артабан мәктәп вальсы яңғырай. Сығарылыш уҡыусылары парланышып баласаҡтың хушлашыу вальсын бейейҙәр.

Оҙат беҙҙе алыҫ юлға,

Һуңғы ҡыңғырау…

     Исхакова Гөлиә, Азаматов Батырхан, Рәсембәтова Ильвина, Әйүпов Айгиз, Шәйәхмәтова Айзидә, Ишниязов Азат, Шәйхуллин Урал, Скоробогатова Оксана ҡыңғырау моңо менән һабаҡташтарын һуңғы дәрескә саҡырҙы. Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

25 мая 125 мая 1325 мая 1925 мая 2125 мая 2325 мая 24

25 мая 2525 мая 40

25 мая 4425 мая 4825 мая 5425 мая 5925 мая 6625 мая 7025 мая 7225 мая 8425 мая 8525 мая 9525 мая 9125 мая 9825 мая 10825 мая 12125 мая 12325 мая 12825 мая 13125 мая 13525 мая 14125 мая 14425 мая 14925 мая 16825 мая 17325 мая 17525 мая 17725 мая 181