тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

IMG 0493Быйылғы йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теленән диктант яҙыу оло байрамға әүерелде. Башҡорт теле уҡытыусыһы Р. М. Тимербулатова һәм тәрбиәсе Ф.Р. Иҫәндәүләтова 8а класы менән БДУ-ға барһа, тәрбиәселәр Л. Ғ. Йәнекәйева, Т. З. Шәрәфетдинова 9б һәм 9в кластары менән педагогия институтына юл тотто. Гимназия-интернат базаһында 7а, г кластары үҙ көстәрен һынап ҡараны. Тәрбиәселәрҙең һәм уҡытыусыларҙың әүҙемлеге ҡыуандырҙы. Афарин уларға! Шулай итеп, бөтәһе 110 кеше диктант яҙҙы. Ойоштороу комитеты һайлаған Салауат Әбүзәровтың «Ҡурай моңо ағыла…» мәҡәләһе барыһының да күңеленә ятты. Гимназияла текстарҙы башҡорт теле уҡытыусылары А.Х. Кайбышева һәм Г.С. Ҡылысова уҡыны.

 

IMG 0500IMG 0494