тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

курултай14 майҙа Өфө башҡорттары ҡоролтайға йыйылды. Сара М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында үтте. Ҡоролтайҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ уҡыусылары илһөйәрлек рухында яҙылған Рәми Ғарипов, Зәйнәп Бейешева, Рауил Бикбаев, Ғәлим Дәүләди, Фәүзиә Юлдашбаева шиғырҙары менән асып ебәрҙе. 7а класы уҡыусыһы Арыҫлан Мәкәримов, 8б – Кинйәбулатова Уралиә, 9в – Ҡотлоюлова Азалина, 9е – Әхмәтшин Айбулат, Ҡаразбаев Зөфәр, 10а - Колеганова Вилена, 10б – Собханғолов Нур шиғырҙарҙы юғары кимәлдә башҡарҙылар. Афарин уларға!

Г.С. Ҡылысова, башҡорт теле уҡытыусыһы