тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 3675Гимназиябыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған ветерандарыбыҙ   ҡатнашлығында күркәм байрам тантанаһы булып үтте. Кисәгә педагогик  хеҙмәт ветерандары:  РСФСР-ҙың мәғариф алдығыһы Әминева Вәриҙә Ҡаҙый ҡыҙы,  РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы  Мирғәлеев Әнәс Вәлиулла улы,  Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡолдәүләтова Алмаҡай Сәлмән ҡыҙы,  РСФСР-ҙың һәм Башҡортостан республикаһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған укытыусыһы Аҡманова Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы  саҡырылды. Ветерандар һуғыш йылына тура килгән баласаҡтарын иҫкә алып һүҙ тоттолар. Залда ултырыусылар ветерандарҙы оло ихтирам менән тыңланы. Сәхнәлә егеттәрҙең һөйләгән шиғырҙары, Әҙһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле сығышы, ”Аҡйондоҙ” бейеү ансамбленең “Азамат”, “Тыпырҙаҡ” бейеүҙәре, Ибраһимова Йәсминәнең “Катюша” бейеүе, Ҡотлоюлова Азалина (“Батырҙар йыры”), Шәймәрҙәнов Илшат (“Шайморатов Генерал”), Кильдин Искәндәр (“Эх, дороги”) башҡарыуында йырҙар байрамға йәм өҫтәне. Кисә килгән ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеү һәм иҫтәлекле фотоға төшөү менән тамамланды.

IMG 3621IMG 3623IMG 3627