тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

9 Мая 049 май - Бөйөк Еңеү көнө, хәтер көнө, изге көн. Оло Еңеүҙең яугирҙарын хәтерләп беҙҙең уҡыу йортонда тантаналы линейка үтте. Был тантанаға хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ Радик Рәшит улы Бердин саҡырылғайны. Үҙ телмәрендә фашизмды еңгән Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте, уның миллионлаған ҡорбандар аша яуланыуын, баш особоҙҙағы күктең, илдең тыныслығы ни тиклем дә мөһим икәнлеген билдәләне. Сара майҙанға байраҡты индереүҙән башланды. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы оло байрам манән ҡотлап уҡыу йорто директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова сығыш яһаны.                                           

Линейка барышында 10-сы “Б” класы уҡыусыһы Йәсминә Ибраһимова, “Аҡйондоҙ” бейеү һәм ҡурайсылар ансамбле сығыштары, 9-сы “В” класы уҡыусыһы Азалина Ҡотлоюлова, 7-се “Б” класы уҡыусыһы Илшат Шәймәрҙәнов, 8-се “А” класы уҡыусыһы Искәндәр Кильдин башҡарыуында йырҙар беҙҙе һуғыш ваҡытына алып ҡайтҡандай булды. Барлыҡ сығыштарҙы шанлы йылдарҙы хәтерләткән шиғыр юлдары оҙата килде. Линейка аҙағында уҡыусылар строй менән мәктәп алдынан үттеләр.                         

Бына биш йыл инде беҙҙең гимназия уҡыусылары “Үлемһеҙ полкта” ҡатнаша. Был сараны математика уҡытыусыһы Гөлнара Ғәрифйән ҡыҙы Вәхитова етәкләй. Быйылғы йылда ҡатнашыусылар һаны алты йөҙгә етте. Уҡыусылар һуғышта ҡатнашҡан оло быуын вәкилдәренең портреттарын тотоп Октябрь проспекты буйлап үттеләр.                                                                                                     

Матур сараны Йылҡыбаев Тимрас Ҡәнзәфәр улы һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Яппарова Зәлиә Тәлғәт ҡыҙы ойошторҙо.

9 Мая 059 Мая 159 Мая 069 Мая 089 Мая 229 Мая 209 Мая 109 Мая 119 Мая 12IMG 03719 Мая 149 Мая 239 Мая 25IMG 04039 Мая 279 Мая 359 Мая 33IMG 3621IMG 3623IMG 3627IMG 3675