тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

    WhatsApp Image 2019 04 27 at 11.12.06Кисә 7 в класы тәрбиәселәре Әлиә Рәйес ҡыҙы Йәндүрина,  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева менән матбуғат йортона сәйәхәткә барҙылар. Бында улар "Йәншишмә", "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәрҙәре, мөхәррирҙәре менән осраштылар. Сарала улар гәзиттәрҙең тарихы, хәҙерге хәле менән таныштылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Хәбәрсе Гөлназ Шәйхетдинова балаларға ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе.  Шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәрен хәбәрселәр ролендә лә һынап ҡаранылар. Әүҙем балаларға бүләктәр  тапшырылды. Файҙалы һәм күңелле осрашыуҙан гимназистар дәрт һәм рух алып ҡайттылар.

WhatsApp Image 2019 04 27 at 11.10.46WhatsApp Image 2019 04 27 at 11.11.05