тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

     20190425 170600 "Китап-белем шишмәһе" тигәнде бөтәһе лә белә. Ә китап уҡыу модала булыуын беләһегеҙме?!Хәҙерге ваҡытта теләгән китабыңды табып,һатып алырға була .Тик уны уҡып бөткәс ҡайҙа итергә? Был мәсьәләне сисер өсөн, ғалимдәр "буккроссинг "ты уйлап табалар. Инглиз теленән "буккроссинг"  "китап әйләнеше", тип тәржемә ителә. Уҡып бөткән китабыңды "буккроссинг" өсөн тәғәйенләнгән үҙәктәрҙә уҡымаған,ҡыҙыҡһындырған китапҡа еңел алмаштыра алаһың, әммә урынына үҙеңдең китабыңды ҡалдырырға тейешһең.
   Беҙҙең гимназияла ла шундай үҙәк асылды. Ул төп уҡыу корпусының өсөнсө ҡатында урынлашҡан,һәм һәр теләгән уҡыусы "китап әйләнеше"ндә ҡатнаша ала. Үҙәк асыҡ һәм уҡымышлы,фәһем алырға теләгән уҡыусыларҙы көтөп ҡала.
Ишемғужина Гөлназ, йәш хәбәрсе
20190425 170615