тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

    249973 vstrecha kartinki16 һәм 17 апрель көндәре 10 б һәм 9 д синыф уҡыусылары өсөн бик иҫтәлекле һәм ҡыҙыҡлы көн булды, сөнки беҙҙең менән осрашыуға 1988 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Гәйнуллин Данир Әхмәҙи улы һәм 2018 йылғы сығарылыш уҡыусылары Лидиә Динмөхәмәтова һәм Зариф Сөләймәнов килделәр. Ҡунаҡтарыбыҙ шаулап-гөрләп торған интернат тормошон һағынып иҫкә алдылар һәм үҙҙәренең хәҙерге тормоштары тураһында бәйән иттеләр. Данир Әхмәҙи улы күбеһенсә хеҙмәт юлы, ә студенттар юғары уҡыу йорттары тураһында һөйләнеләр.Был осрашыу беҙҙе ҡанатландырҙы һәм уйҙарға күмде.