тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

       WhatsApp Image 2019 04 27 at 10.25.09Гимназиябыҙҙың 75 йыллыҡ юбилейына арналған матур осрашыуҙарҙы дауам итеп 8в класы менән 2009 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Кәримова Дилара Рифат ҡыҙын саҡырҙыҡ.

       Дилара Мәскәү аҙыҡ-түлек дәүләт университетының технология факультетын тамамлаған.

       Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан ул күп нәмәгә өлгәшкән. Төрлө ерҙәрҙә эшләп ҡарап әлеге ваҡытта Башҡортостан республикаһы һәм уға яҡын өлкәләрҙә икмәк, икмәк-булка һәм кондитер ризыҡтарын етештереү буйынса технолог булып эшләй. Америка Ҡушма Штаттарына барып инглиз телен камиллаштырып та өлгөргән.

       Балаларға Дилара гимназияла тырышып уҡырға, ауырлыҡтарға бирешмәй үҙеңдең теләгеңә ирешергә өндәне. Гимназиялағы дуҫлыҡтың бигерәк тә сит ҡалала ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлатты. Үҙе һайлаған профессияның серҙәренә төшөндөрҙө, уҡыусылар биргән һорауҙарға яуап бирҙе.

       Осрашыу балалар өсөн фәһемле, мауыҡтырғыс үтте.

WhatsApp Image 2019 04 27 at 10.24.05WhatsApp Image 2019 04 27 at 10.24.15WhatsApp Image 2019 04 27 at 10.24.28