тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

     WhatsApp Image 2019 04 25 at 15.49.19Гимназиябыҙҙың 75 йыллығына арналған саралар фәһемле һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән дауам итә. 12 апрель көнө 10В һәм 8Г класы уҡыусылары мәктәп – интернатты 1991 йылда тамамлаусы сығарылыш уҡыусыһы Руслан Рәмил улы Салахов менән осрашыу ойошторҙо. Ул бөгөнгө көндә ООО “Газпром трансгаз” Өфө ойошмаһында инженер булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының география факультетында практик дәрестәр алып бара. Руслан Рәмил улы үҙ эшенең мөһимлеген, уның нескәлектәрен аңлатты. Һөнәрҙе дөрөҫ һайлай белеү кәрәклеген әйтеп үтте, уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар теләне. Балаларға киләсәккә маҡсат ҡуя белеү, тормошта үҙ урыныңды дөрөҫ табыу, белемле кеше һәр ваҡыт йәмғиәт өсөн ҙур табыш икәнен аңлатты.

WhatsApp Image 2019 04 25 at 15.47.39WhatsApp Image 2019 04 25 at 15.47.58 16137862161