тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

  249973 vstrecha kartinkiБыйыл гимназиябыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 75 йыл тула. Был мөһим дата гимназияға ғына түгел,ә республикабыҙ өсөн дә ҙур байрам. Бөйөк шағир Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназия – мили кадрҙар әҙерләү үҙәге.    Гимназияны төрлө йылдарҙа тамамлаған   сығарылыш уҡыусылары үҙенең уҡыу йортон онотмай, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итеп, кәңәштәрен биреп торалар. 
   18 апрель көнө гимназиябыҙға үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, киләсәк быуын табиптары менән танышырға 1997 йыл сығарылыш уҡыусылары Исаев Арсен Ғәзиз улы- әлеге ваҡытта иң уңышлы   эшҡыуарҙарҙың береһе, Ғүмәров Руслан Мансур улы- баш табип урынбаҫары, Әбдрәшитов Ғайса Тимерйән улы - табип,стоматолог,ортопед килде. Улар менән 9 В һәм 10 Г кластары осрашты.
  Табиптар үҙҙәренең интернатта йәшәгән йылдарын иҫкә алдылар. Кеше һаулығын һаҡлаусыларға, буласаҡ табиптарға уҡыу урындарын тәҡдим иттеләр, иң кәрәкле профессияларҙы, уларҙың үҙенсәлектәрен әйтеп үттеләр.    Гимназияның уларҙа рух, илгә ҡарата мөхәббәт, үҙаллылыҡ тәрбиәләүҙә бик мөһим икәнен әйтеп үттеләр.Ошондай үҙ эшенең оҫтаһы булған,эштәренә яуаплы ҡараған,тәжрибәле,ихлас сығарылыш уҡыусыларына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә улар кеүек,үҙбәхетебеҙҙе табып йәшәргә яҙһын.

аааба